Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Май 2012, 14:05
Башҡортостанда 1,2 процентҡа ҡулланыу хаҡтары артты
2012 йылдың апрелендә 2011 йылдың декабренә ҡарата тауар һәм хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтары 101,2 процентты тәшкил итте. Рәсәй буйынса уртаса алғанда был 0,6 процентҡа түбәнерәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостанстатта.
Әгәр ошо уҡ осорҙа Волга буйы федераль округы субъекттары буйынса ҡулланыу хаҡтарын анализлаһаҡ, бында индекс 101,2 проценттан алып 102,2 процентҡа тиклем үҙгәрә.
Аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтар артыҡ үҙгәрмәгән – ни бары 0,1 процентҡа артҡан. Аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар 0,3 процентҡа ҡыйбатланған. Үткән айҙа иң күбе хеҙмәттәргә хаҡ күтәрелгән – плюс 0,4 процент.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
хаҡтар
статистика
Читайте нас