Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Май 2012, 11:46

Йәш ғаиләләр торлаҡ һатып алыуға 147 млн һум аласаҡ

Башҡортостан быйыл 2011-2015 йылдарға «Торлаҡ» айырым маҡсатлы федераль программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу өсөн Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында ойошторолған конкурс һайлауын үтте. БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, республикаға федераль бюджеттан 147 млн һум күләмендә лимит билдәләнгән.
Ярҙамсы программаның маҡсаты – билдәләнгән тәртиптә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип танылған йәш ғаиләләрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү. Ҡатнашыусыларға эконом класындағы торлаҡ һатып алыу йәки шәхси йорт төҙөү өсөн социаль түләүҙәр билдәләү ҡаралған.
Автор: Рәсүл Хәмиҙуллин
Читайте нас