09:24 (UTC+5), 04 Мая 2012

БР Ауыл хужалығы министрлығы: «Ураҡ эштәре ғәҙәттәгенән иртәрәк башланасаҡ»

Ғәлиә Нәбиева
— Яҙғы баҫыу эштәре башланғандан алып һауа шарттары уңай торҙо, — тип иҫәпләй БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселектең прогрессив технологиялары һәм мелиорация бүлеге начальнигы Артур Ноғоманов. – Мәҫәлән, ыңғай температура туплау нормаһы дүрт тапҡырға артып китте.
Йылы апрель үҫемлектәрҙең вегетацияһында ла сағылды. Төбәктең ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн күп йыллыҡ үләндәр һәм ужым культуралары яҡшы үҫеш алған, яҙын сәселгән иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар ҙа һәйбәт шытым бирә башлаған.
Иртә сәсеү — ураҡҡа иртә төшөү ул.
— Ауыл эшсәндәре сәсеү эштәренә ике аҙна алдан сыға алды. Мәҫәлән, яҙғы культуралар — ике аҙна алдан, техник культуралар өс аҙна алдан сәселә башланы, — тип билдәләне Артур Ноғоманов. — Ужым игенен урып йыйыу эштәренең ғәҙәттәгенән иртәрәк – июль урталарында башланыры, ә техник культураларҙың сентябрь башына өлгөрөп етере бөгөндән билдәле.
Уның һүҙҙәренсә, интенсив баҫыу эштәре барышында көндәр йылы торған, әле ямғырҙар ҙа бик ваҡытлы башланған. Метеорологтар күҙаллауынса, майҙың йылы һәм ямғырлы булыуы көтөлә, был иһә үҫемлектәрҙең күтәрелеп китеүенә бик ҡулай. Июнь-июлдәге температура күп йыллыҡ күрһәткестәр кимәлендә буласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика