06:24 (UTC+5), 03 Мая 2012

Рәсәйҙә рәсми рәүештә «зиннәтле» автомобиль маркалары билдәләнде

Әлфиә Шәрәфетдинова
Рәсәйҙә зиннәтле мөлкәткә һалым булмаясаҡ, әммә ҡыйбатлы күсемһеҙ милек һәм автомобиль хужаларына үҙҙәренең мөлкәте өсөн арттырылған ставка буйынса түләргә тура киләсәк. 2 майҙа үткән 2013-2015 йылдарға илдәге һалым сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен тикшереүгә арналған ултырышта РФ Хөкүмәте шундай ҡарар ҡабул итте.
— Зиннәтле мөлкәткә махсус һалым булмаясаҡ. Был мәсьәләне ҡеүәтле автомобилдәргә арттырылған ставкалы транспорт һалымын индереү һәм ҡыйбатлы күсемһеҙ милек өсөн һалым һалыуҙың прогрессив системаһын билдәләү арҡылы хәл итеү күҙаллана, — тип Рәсәй финанс министры урынбаҫары Сергей Шаталовтың һүҙҙәрен килтерә федераль мәғлүмәт агентлыҡтары.
Министр урынбаҫары арттырылған ставка буйынса түләргә тура киләсәк аныҡ автомобилдәрҙе лә атаны. Бында 410-дан ашыу ат көсөнә эйә Maybach, Lamborghini, Ferrari, Maserati, Bentley, Aston Martin, Rolls-Royce, Chevrolet Corvette, шулай уҡ алты литрлы Mercedes һәм етенсе сериялағы BMW кеүек маркалар тураһында һүҙ бара. Шул уҡ ваҡытта һалым ставкаһын арттырыу 2000 йылдан алдараҡ сығарылған машиналарға һәм спорт автомобилдәренә ҡағылмаясаҡ.
Күсемһеҙ милеккә килгәндә, хаҡы 100 млн һумға тиклем баһаланған объекттарға — кадастр хаҡынан 0,05 процент ставкаһы буйынса, 100-300 млн һумға баһаланғандарына — 0,1 процент, 300 млн һумдан ҡыйбатыраҡтарына 0,3 процент ставкаһы буйынса һалым һалынасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика