Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Май 2012, 18:10

Рәсәйҙә иң яҡшы тармаҡ экспортерҙары һайлана

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы «2011 йылғы иң яҡшы Рәсәй экспортерҙары» конкурсы старт алыуы тураһында хәбәр итә. Үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияны экспортлауға ярҙам итеү һәм экспортты дәртләндереү механизмдарын булдырыу маҡсатында уны РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы үткәрә.
Еңеүселәр «Рәсәйҙең иң яҡшы тармаҡ экспортеры», «Рәсәйҙең БДБ илдәренә иң яҡшы тармаҡ экспортеры» һәм «Тармаҡтың иң йылдам үҫешеүсе экспортеры» кеүек өс номинацияла билдәләнәсәк.
Конкурста ҡатнашыу өсөн документтар пакеты тапшырырға кәрәк, улар менән Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы сайтында йәки 8 (495) 632-80-06 телефоны аша танышырға мөмкин.
Документтар тапшырыуҙң һуңғы көнө — 2012 йылдың 18 майы. Конкурсҡа 2012 йылдың 4 июнендә йомғаҡ яһаласаҡ.
Автор: Әлфиә Шәрәфетдинова
Читайте нас