Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Апрель 2012, 16:16
Ауыл эшсәндәре дым ҡаплау эштәрен осланы
Башҡортостан игенселәре дым ҡаплау буйынса планды үтәне. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, 951 мең гектарҙа баҫыуҙар тырматылған. Был - планға ҡарата 100 процент. Тырматылған иң ҙур майҙандар (30- 48 мең гектар) Ауырғазы, Илеш, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Саҡмағош һәм Шишмә райондары хужалыҡтарының механизаторҙары иҫәбендә.
Ужым культураларын туҡландырыу ҙа аҙағына яҡынлаша. Әле план 70 проценттан ашыуға үтәлгән. һигеҙ районда ужымды туҡландырыу эштәре тамамланған, күп йыллыҡ үләндәр ҙә минераль туҡланыу ала. 137 мең гектарҙан ашыу майҙанда (63 процент) ашлама индерелгән.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
ауыл хужалығы
сәсеү кампанияһы
Читайте нас