07:42 (UTC+5), 27 Апреля 2012

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы артабан да йәштәргә ярҙам итәсәк

Эльмира Сабирова
Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы артабан дә инициативалы йәштәргә ярҙам итәсәк. Был хаҡта эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл сиктәрендә БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров хәбәр итте. Түңәрәк өҫтәлдә Рәсәй баш ҡалаһының бизнес-берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашты.
Юрий Пустовгаров был йүнәлештең «Стартҡа хоҡуҡ» проекты сиктәрендә үҫтерелеүен билдәләне. Унда юғары уҡыу йорттарын тамамлаусы студенттар ҡатнаша.
— Былтыр йөҙ кешене алдыҡ. Бынан һуң Сауҙа-сәнәғәт палатаһы штатын ун процентҡа ҡыҫҡарттым. Йәштәр яҡшыраҡ эшләй, һәм уларға аҡсаны әҙерәк түләһәң дә була. Беҙҙән яҡшы рекомендациялар алып, йәштәрҙең күпселеге яңы эш табыуға ла өлгәште.
Йәштәр өсөн йәнә бер проект - «Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар – үҫеш нөктәләре». Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары был проектта быйыл ҡатнашасаҡ. Улар республика райондарында файҙаланылмаған ресурстарҙы табып, уларҙы ғәмәлдә ҡулланыу мөмкинлектәрен эҙләйәсәк. Юрий Пустовгаров һүҙҙәренсә, төбәктә ике миллион квадрат метр буш майҙан бар.
— Студенттар белем алыу менән бергә, территорияны үҫтереү проекттарын әҙерләп, эшләйәсәк тә. 500 кеше алырға иҫәп тотабыҙ, - тине Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты.
Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы хаҡында һүҙ йөрөтөп, Юрий Пустовгаров уның республикала эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнгән иң ҙур команда булыуын билдәләне. Бөгөнгө көндә унда меңгә яҡын кеше – үтә эре, эре һәм урта бизнес вәкилдәре бар. Пустовгаров хәбәр итеүенсә, был һан киләсәктә 10 меңгә тиклем арттырыласаҡ.
Шулай уҡ 2013 йылда төбәктә бизнес-офис асыу планлаштырыла, тип белдерҙе ул. Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты һүҙҙәренсә, был үҙенең инфраструктураһы булған ирекле территория буласаҡ, унда һәр дипломатик миссия килеп эшләй аласаҡ.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика