05:29 (UTC+5), 26 Апрель 2012

Благовар районы шәкәр сөгөлдөрө сәсеү буйынса беренсе урында килә

Ғәлиә Нәбиева
Шәкәр сөгөлдөрө сәсеү буйынса быйыл Благовар районы хеҙмәтсәндәре алдынғылыҡты бирмәй. Бел техник культура районда 1378 гектарҙа сәселгән, планда ҡаралғандың был 25 процентын тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығында.
Шәкәр сөгөлдөрө республика буйынса дөйөм алғанда – 3004 га майҙанда (планда ҡаралғандың 5 проценты), көнбағыш 9899 га майҙанда (8 процент) сәселгән. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағышты быйыл ғәҙәттәгенән ике-өс аҙна алдан сәсә башланылар.
Көйөргәҙе, Миәкә райондары хужалыҡтарында көнбағыш сәсеү әүҙем алып барыла. Уларҙың иҫәбендә әле 2469 га (планлаштырылғандың 26 проценты) һәм 1800 га (30 процент).
Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы тәүлектә республика буйынса сәсеүлектәр дүрт процентҡа артҡан, был - бик яҡшы күрһәткес. Күп осраҡта бындай юғары темп бар хужалыҡтарҙа ла эштәрҙең ике сменала ойошторолоуы менән аңлатыла.
Шәкәр сөгөлдөрө быйыл Башҡортостанда 67 мең гектарҙы биләйәсәк. Был культураның майҙандарын аграрийҙар бер юлы биш процентҡа арттыра. Бындай тенденция киләһе йылда да һаҡланырға тейеш.
БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко һүҙҙәренсә, был культура иң табышлыларҙың береһе булып ҡала. Республиканың дүрт шәкәр заводын сеймал менән тәьмин итеү өсөн төбәктең кәм тигәндә 67-68 мең гектар шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәре булырға тейеш.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика