Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Апрель 2012, 16:35

«Башнефть» дивидендтарҙы кәметергә ниәтләй

«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы акционерҙарҙың йыллыҡ дөйөм йыйылышында 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса компанияның бер ғәҙәти исемле акцияһына һәм бер өҫтөнлөклө исемле акцияһына 99 һум күләмендә дивидендтар түләүҙе раҫларға тәҡдим итергә ҡарар итте. Был 2010 йылдағы йомғаҡтарға ҡарағанда 2,4 тапҡырға кәмерәк. Дивидендтарҙы ағымдағы йылдың 28 авгусынан да һуңға ҡалмай түләү планлаштырыла.
Директорҙар советы «Башнефт»тең башҡа компаниялар менән консорциумда 2012 йылдың 30-31 майына билдәләнгән Ираҡтағы IV лицензиялы раунд конкурсында ҡатнашыуға заявка биреүҙә ҡатнашыу мөмкинлеген дә хупланы һәм менеджментҡа был проектта ҡатнашыуҙың һөҙөмтәлелеген тикшереүҙе дауам итергә ҡушты. Был турала «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Компания акционерҙарының йыллыҡ дөйөм йыйылышы 29 июнгә билдәләнгән.
Автор: Рәсүл Хәмиҙуллин
Читайте нас