Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.57
-0.1
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Апрель 2012, 10:00

Эрнст Исаев: «10 майға Башҡортостанда иген сәсеү тамамланасаҡ»

— 10 майға республика аграрийҙары яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сәсеүҙе тамамлаясаҡ, ә 20 майға бөтә техник культуралар ҙа тулыһынса сәсеп бөтөләсәк, — тине БЮТ телеканалында тура эфирҙа барған «Власть менән һөйләшеү» программаһы барышында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев.
Вице-премьер бөгөн республика аграрийҙары өсөн үтә мөһим мәл булыуын, яҙғы сәсеү эштәре алып барылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Быйыл беҙ баҫыуҙарға һис ҡасан булмағанса иртә сыҡтыҡ. Был сәсеүҙе иртә башҡарыу иҫәбенә һәйбәт уңыш алыуға иҫәп тоторға мөмкинлек бирә.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, ҡоро осор быйыл июль аҙағы — август башына тура килергә тейеш, тип күҙаллана. Эрнст Исаев, аграрийҙар «ҡоролоҡ» һүҙен яратмай, тип билдәләне.
— Ауыл хужалығы министры булараҡ мин был һүҙҙе ҡабул итмәйем. 2010 йылғы ҡоролоҡ бик күп михнәттәр алып килде. Был иң элек төбәктәге аҙыҡ-түлек продукттарының хаҡында сағылды, — тине аграр ведомство башлығы. — Тап әлеге ваҡытта аграрийҙар уңышҡа нигеҙ һала.
Эрнст Исаев республиканың яҙғы баҫыу эштәренә яҡшы әҙерләнеүен билдәләне.
— Беҙ быйыл сәсеү эштәре алдынан ауыл эшсәндәренә етди дәүләт ярҙамы күрһәттек. Яғыулыҡ-майлау материалдары ауыл халҡына литрына 13 һумға ғына төшәсәк — был заправкаларҙағына ҡарағанда ике тапҡырға кәмерәк. Әйләнеш средстволары менән ярҙам итә алдыҡ, минераль ашламаларҙы арзанайтыу өсөн субсидиялар бүлә башлаясаҡбыҙ. Бынан тыш етештерелгән һөттөң һәр литры өсөн аграрийҙар ике һум субсидия алды.
Дәүләт ярҙамы күләмдәре быйыл былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк.
— Быйыл ҡоролоҡ көтмәйбеҙ, — тип ышаныслы тауыш менән белдерҙе Эрнст Исаев.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: