Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.66
+0.22
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Апрель 2012, 10:13

«Двигателдәр-2012» күргәҙмәһендә Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә сығарылған авиадвигатель тәҡдим ителде

«Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы» идара компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте экспозиция сиктәрендә Мәскәүҙә үткән «Двигателдәр-2012» халыҡ-ара күргәҙмәһендә «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән сығарылған АЛ-31ФП двигателенең тулы үлсәмдәге макетын тәҡдим итте.
Әле ӨМЭПБ АЛ-31ФП двигателен эшләгән һәм ремонтлаған илдәге берҙән-бер предприятие иҫәпләнә. Изделие туранан-тура һәм Су-30 самолеттары составында Һиндостанға, Малайзияға һәм Алжирға экспортҡа оҙатыла, тип хәбәр иттеләр берекмәнең корпоратив коммуникациялар идаралығында.
Әлеге ваҡытта «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Һиндостандың HAL корпорацияһы менән берлектә Корапут ҡалаһында АЛ-31ФП двигателдәренең лицензиялы производствоһын ойоштороу менән шөғөлләнә.
Белешмә өсөн: АЛ-31ФП – идара ителеүсе тартыу көсө булған боролмалы реактив сопло менән йыһазландырылған ике контурлы турбореактив двигатель. Был ҡулайлама истребителдәрҙең бәләкәй тиҙлектә етеҙ маневрҙар яһай алыуын һәм бындай самолеттарҙың башҡа төрлө уникаль сифаттарын тәьмин итә.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: