Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Апрель 2012, 13:52

Судно ремонтлау заводының Өфөнән Ағиҙелгә күсерелеүе ихтимал

Өфөләге судно ремонтлау заводын республиканың төньяҡ-көнбайышында, баш ҡаланан 200 км алыҫлыҡта, Ағиҙел һәм Кама йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан Ағиҙел ҡалаһына күсереүҙәре ихтимал. Бындай үҙгәртеп ҡороуҙарҙы йөк суднолары өсөн Ағиҙелдә йылға порты төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәреү ҡаралған. Был турала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов рәйеслегендә үткән эске һыу транспортын үҫтереү буйынса кәңәшмәлә һүҙ алып барылды. Республикалағы был тармаҡ әле бөлгөнлөк хәлендә. Атап әйткәндә, совет заманы менән сағыштырғанда һыу буйлап йөк ташыу күләмдәре 10 тапҡырға тиерлек кәмегән.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин әйтеүенсә, һыу транспорты үҫешенә Ағиҙелдә йөк ташыу суднолары өсөн йылға порты төҙөү булышлыҡ итә ала.
— Порттың географик яҡтан отошло урынлашыуы Европа һәм яҡын көнсығыш дәүләттәренә сығыу менән бергә Рәсәй территорияһы буйынса ауыр йөклө ҙур булмаған, шулай уҡ ҙур күләмле йөктәрҙе транспортлауға сығымдарҙы кәметергә мөмкинлек бирәсәк, — тип билдәләне вице-премьер. — Әлеге ваҡытта судно ремонтлау заводын Әхмәтов урамынан һәм Кузнецов Затонынан (Өфө ҡалаһы – авт.иҫкәрмәһе) Ағиҙел ҡалаһына күсереү мөмкинлеге тикшерелә, был судноларҙың төп эш урыны булған Кама йылғаһынан судно ремонтлау заводына тиклемге 200 километр самаһы араны ҡыҫҡартып, сығымдарҙы, шул иҫәптән яғыулыҡ-майлау материалдарына сығымдарҙы ярайһы ныҡ кәметергә, шулай уҡ заводҡа сит судноларҙы ремонтлау иҫәбенә табыш күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк, сөнки Ағиҙел ҡалаһы янында урынлашҡан Камбарка, Чайковский, Яр Саллы порттарында бындай хеҙмәттәр күрһәтелмәй.
Сергей Афонин һүҙҙәренсә, Өфөләге бушаған участкаларҙа киләсәктә 300 мең квадрат метрға яҡын торлаҡ төҙөргә мөмкин.
Автор:Әлфиә Шәрәфетдинова
Читайте нас: