11:48 (UTC+5), 23 Апрель 2012

Игенселәр дым ҡаплау эштәрен тамамлай

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан баҫыуҙарында планлаштырылған майҙандарҙың 70 проценттан ашыуында дып ҡапланған, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығында. Ике көндә тырматыу эштәре тулыһынса тамамланасаҡ.
Әле башлыса сәсеү эштәре алып барыла. Бөгөнгө көндә республика аграрийҙары 122 мең гектарҙа яҙғы сәсеү үткәргән. Планға ҡарата был - алты процент.
Бер аҙнала 106 мең гектарҙа яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сәселгән, был - планлаштырылғандың ундан бер өлөшө. Яҙғы сәсеү буйынса Саҡмағош хеҙмәтсәндәре алдынғылыҡҡа сыҡты. Район хужалыҡтары майҙандарының 22 процентында яҙғы сәсеү үткәрелгән, ә иген сәсеү буйынса план 35 процентҡа үтәлгән.
Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондарында сәсеү эштәре белеп ойошторолған. Был райондарҙың сәсеү агрегаттары әле планлаштырылған майҙандарҙың 10 проценттан ашыуын артта ҡалдырған.
Республикалағы бөтә райондар ҙа сәсеүгә төшкән. Яҙғы сәсеү Урал аръяғының биш районында ғына башланмаған әле.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика