04:22 (UTC+5), 23 Апрель 2012

Башҡортостандың һәм Мәскәүҙең эшлекле даирәләре вәкилдәре түңәрәк өҫтәл артында осрашасаҡ

Любовь Колоколова
26 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә түңәрәк өҫтәл ойошторола, унда Башҡортостандың һәм Мәскәүҙең эшлекле даирәләре вәкилдәре осрашасаҡ.
Төбәктәрҙә бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү, йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк яңы проекттар түңәрәк өҫтәлдә тикшереләсәк төп темалар буласаҡ, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостанда әлеге мәлдә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм уларҙы үҫтереү сараларын финанслауҙы тәьмин итергә мөмкинлек биргән механизмдар билдәләнгән дә инде. Бөгөнгө көндәге бурыс — эшҡыуарҙарға финанс һәм мәғлүмәт йәһәтенән ярҙам итеүҙең оптималь балансын булдырыу. Эшҡыуарҙарға яңы идеялар табырға һәм уларҙы ғәмәлгә ашырырға булышлыҡ итеүҙең төп йүнәлештәре, шулай уҡ Башҡортостанда тормошҡа ашырылған бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарына башҡа төрлө ярҙам саралары тураһында түңәрәк өҫтәл сиктәрендә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев һөйләйәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә киң күләмле эшлекле һәм мәҙәни программа ҡаралған. 27 апрелдә республиканың сәнәғәт һәм инвестицион мөмкинлектәренең, Башҡортостан ғалимдарының мөһим фәнни ҡаҙаныштарының, шулай уҡ Башҡортостан менән Мәскәүҙең туристик продуктының презентацияһы үтәсәк. Халыҡ-ара музыка йортонда республика сәнғәт оҫталарының концерты, «Башҡортостан – Евразия ынйыһы» фотокүргәҙмәһе, «Китап» нәшриәте китаптарының, биҙәү-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре изделиеларының күргәҙмә-йәрминкәһе үтәсәк, Башҡортостан дизайнерҙары кейем коллекцияһын тәҡдим итәсәк. «Яңы манеж» күргәҙмә залында Башҡортостан Рәссамдар союзының күргәҙмәһен үткәреү ҡаралған. «35 мм» кинотеатрында иһә Башҡортостан киноһы көнө үткәреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика