06:59 (UTC+5), 23 Апреля 2012

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Эрнст Исаев һорауҙарға тура эфирҙа яуап бирәсәк

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры, ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев бөгөн, 23 апрелдә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа республика халҡының һорауҙарына яуап бирәсәк. «Власть менән һөйләшеү» программаһы сиктәрендә сәғәт ярым дауамында Эрнст Исаев ауыл һәм урман хужалығы, экология мәсьәләләре буйынса телевизор ҡараусылар менән аралашасаҡ.
Студияға 8 (347) 2-921-005 һандарына шылтыратып, тамашасылар үҙҙәренең һорауҙарын бирә аласаҡ. Бынан тыш, Илеш районы үҙәгендә күсмә телестудия эшләйәсәк. Тура эфир урындағы ваҡыт менән 20.00-дә башлана, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Башҡортостанда «Асыҡ республика» проекты тормошҡа ашырыла, республика етәкселегенең халыҡ менән тура эфирҙа аралашыуы уның бер пункты иҫәпләнә. Айҙың һәр дүртенсе дүшәмбеһе халыҡ һорауҙарына Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫарҙары яуап бирә. Был республика проекты скитәрендә үткәрелгән икенсе тапшырыу. Беренсе тапшырыуҙа халыҡ һорауҙарына республика Хөкүмәте вице-премьеры, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин яуап биргәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика