10:27 (UTC+5), 21 Апреля 2012

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры эш визиты менән Ауырғазы һәм Дәүләкән райондарында булды

Галина Бахшиева
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов бөгөн Ауырғазы һәм Дәүләкән райондарында булды. Эш визиты барышында ул үҙәк район дауаханаһының 2009 йылда төҙөлә башлаған хирургия корпусында булды. Дауахананың ике ҡатлы корпусы 35 урынға иҫәпләнгән. Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә ул 2011 йылда ҡайтанан төҙөлә башлаған, 24 миллион һум суммаға медицина ҡорамалдары һатып алынған.
Артабан республика Премьер-министры асылырға торған йәнә бер объект - «Ҡыҙыл таш» кирбес заводында булды. Бында итальян технологиялары буйынса стена ҡороу өсөн керамик материалдар етештереләсәк. Планға ярашлы уның етештереүсәнлеге – 80 миллион дана шартлы кирбес. 2012 йылдың аҙағында заводты файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.
Бынан тыш, Азамат Илембәтов ремонт талап ителгән тағы бер нисә объектта булды. Мәҫәлән, Ауырғазы районындағы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ производство идаралығы муниципаль унитар предприятиеһының 1-се ҡаҙанлығы 1966 йылдан бирле эшләй. Бында капиталь ремонт үткәреү һәм бинаны, ҡорамалдарҙы реконструкциялау талап ителә.
Артабан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры ауыл хужалығы предприятиеларында булды һәм яҙғы сәсеү эштәренең барышы менән танышты.
Бынан һуң Азамат Илембәтов Дәүләкән районы предприятиеларында булды, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика