Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
17+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Апрель 2012, 15:42

«Ҙур химия» форумында республика предприятиелары консорциумының презентацияһы көтөлә

17-18 майҙа Өфөлә үтәсәк «Ҙур химия» халыҡ-ара форумында республика предприятиеларының нефть-газ консорциумын ойоштороу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Был турала «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров хәбәр итте.
— Беҙҙә тармаҡ предприятиелары консорциумының сит ил баҙарына сығыуын ойоштороу темаһы бик яҡшы старт алды. Был өлкәлә тәжрибәбеҙ ҙә бар,— тип билдәләне Юрий Пустовгаров.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, быйыл март башында республика предприятиелары («Пакер» фәнни-производство фирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Бурсервис» фәнни-производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «БашИнноТек» инновацион-инжиниринг үҙәге» фәнни предприятиеһы, шулай уҡ ситтән тороп ҡатнашыусы ете ойошма) БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселегендә Алжирҙың Хасси-Мессауд ҡалаһында үткән II Халыҡ-ара нефть һәм газ күргәҙмәһендә ҡатнашты. Башҡортостан сит ил коллегаларына республика предприятиеларының геологик разведкалауҙағы, нефть һәм газ сығарыуҙағы, углеводород сеймалын транспортлауҙағы, белгестәр әҙерләүҙәге компетенцияларын күрһәткән иң ҙур коллектив стенд әҙерләне. Алжирҙың Энергетика һәм файҙалы ҡаҙылмалар табыу министрлығындағы осрашыуҙа Башҡортостан предприятиеларына геологик разведкалау һәм фосфат сығарыу буйынса бер нисә тендерҙа ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Шулай уҡ Алжир провинцияларының береһендә берлектәге технопарк булдырыу варианты ла ҡаралды.
— Нефть һәм газ химияһы ҡорамалдары етештереүселәренең (республикала ошондай 20 ойошма бар) консорциумын ойоштороу тураһындағы килешеү — үтә мөһим тема. Башҡортостандың бөгөн файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙан алып эшкәртеүгә, проектлауға, сервис хеҙмәттәренә тиклем бөтә мөмкинлектәре лә бар, — тине БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты. — Компетенцияларыбыҙҙы һәм технологияларыбыҙҙы һәр беребеҙ айырым түгел, ә идара компанияһы ярҙамында берләштерелгән ҡеүәтле коллектив составында тәҡдим итеп, комплекслы рәүештә беҙ Вьетнам, Көньяҡ-Көнсығыш Азия, Африка, ғәрәп илдәре баҙарына сыға алабыҙ. Консорциум сиктәрендә мин бәләкәй бизнес үҫешенең дә перспективаларын күрәм. Беҙҙе бер бөтөн итеп ҡабул итәсәктәр, беҙгә ҡараш та икенсе төрлө буласаҡ. Консорциум — ул һөйләшеүҙәрҙе хөкүмәт кимәлендә алып барыу мөмкинлеге, тап ошо ҡаты власть вертикале булдырылған илдәрҙә бизнес алып барыуҙың төп шарты булып тора ла инде. Бөгөн предприятиеларыбыҙҙың береһе – Благовещен арматура заводы — Иранда үҙенең мөмкинлектәрен тәҡдим итә. Артабан беҙ төҙөлөш һәм авиация тармағы предприятиеларының консорциумдарын булдырырға ниәтләйбеҙ.
БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Ҙур химия» халыҡ-ара форумында Палата эшҡыуарҙар өсөн субконтрактациялар биржаһын да үткәрәсәк. Юрий Пустовгаров һүҙҙәренсә, был эшҡыуарҙарға артабан эшкәртеү өсөн сеймал алырға ҙур предприятиеларға мөрәжәғәт итеүҙе еңелләштерәсәк.
— Форумдың принципиаль бурысы — республика территорияһында бер-береһенә бәйле, әммә береһен икенсеһе ҡабатламаған химия продукцияһын эшкәртеү тармаҡтары ойоштороу. Беҙҙең өсөн нефть химияһы – 2020 йылға тулайым эске продукт үҫеше сығанағына әйләнергә тейешле беренсе тармаҡ, — тип белдерҙе БР Сауҙа-сәнәғәт платаһы президенты.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: