06:04 (UTC+5), 14 Апреля 2012

Республикала иң яҡшы социаль әүҙем ойошма билдәләнәсәк

Галина Бахшиева
Башҡортостанда йыл һайын үткәрелеүсе «Рәсәй юғары социаль һөҙөмтәлелек ойошмаһы» бөтә Рәсәй конкурсы старт алды. Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ҡатнашыу ойошмаларға социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса аныҡ миҫалдар менән таныштырыу мөмкинлеген бирә. Тәү сиратта, һүҙ әүҙем эске корпоратив сәйәсәт, хеҙмәткәрҙәр менән эшләү өлкәһендәге ҡаҙаныштыр, хеҙмәтте һаҡлау шарттарын яҡшыртыу, шулай уҡ социаль партнерлыҡты үҫтереү хаҡында бара.
«Ойошмала сәләмәт тормош формалаштырыу» номинацияһын производство һәм производствоға ҡарамаған өлкәләргә бүлеү сәбәпле быйыл номинациялар һаны 12-гә тиклем артты. Улар араһында - «Производство өлкәһендәге ойошмаларҙа эш урындарын булдырыу һәм үҫтереү өсөн», «Производствоға ҡарамаған өлкәләге ойошмаларҙа сәләмәт тормош формалаштырыу өсөн» һәм башҡалар.
Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ике һәм унан да артыҡ номинацияла призлы урындарға дәғүә итеүсе ойошмалар өсөн 2012 йылда конкурстың юғары наградаһы - «Гран-при» булдырылған.
Бәйгелә ҡатнашыу шарттары министрлыҡ сайтында урынлаштырылған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика