Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
84.84
+1.71
96.92
+2.25
62.51
+0.52
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Апрель 2012, 11:10

Башҡортостанда иң перспективалы кластер башланғыстары билдәләнде

Башҡортостан Фәндәр академияһы «Гербицидтар ғилми-тикшеренеү технологик институты» дәүләт учреждениеһының Гербицидтар институты нигеҙендәге Биохимия кластеры, шулай уҡ Прецизион машиналар эшләү үҙәге бөгөнгө көнгә иң перспективалы кластер башланғыстарының береһе булып тора, тип иҫәпләй Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Марат Мөлөков.
— Былтыр беҙ алты кластер башланғысы әҙерләнек, уларҙың икәүһе иң перспективалы күренә. Был Прецизион машиналар эшләү үҙәге һәм «Гербицидтар ғилми-тикшеренеү технологик институты» дәүләт учреждениеһы нигеҙендә эшләгән биохимия кластеры. Һәр береһенең үҙ йүнәлеше, үҙ коллективы һәм, иң мөһиме – инфраструктураһы бар, - тине журналистар менән осрашыуҙа Марат Мөлөков.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас