07:16 (UTC+5), 06 Апреля 2012

Яҙғы дөйөм ҡала өмәләре Өфөлә 21 апрелдә һәм 19 майҙа үткәрелә

Галина Бахшиева
Быйыл яҙ Башҡортостандың баш ҡалаһында 21 апрелдә һәм 19 майҙа дөйөм ҡала өмәләре үтәсәк. Улар 21 майға тиклем дауам итеүсе ҡаланы таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы сиктәрендә үткәрелә.
Төҙөкләндереү айлығын ойоштороусы булып Өфө хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм Ҡала йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге сығыш яһаған.
Ғәҙәттәгесә эко-айлыҡта торлаҡ-эксплуатацион участкаларҙың, ҡла предприятиелар һәм ойошмаларының хеҙмәткәрҙәре, урындағы халыҡ, шул иҫәптән йәштәр ҡатнашасаҡ.
Өфө хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был ваҡытҡа ҡаланы, шул иҫәптән уҡыу йорттарының, дауаханаларҙың, предприятие һәм ойошмаларҙың биләмәләрен йәшелләндереү саралары ла планлаштырыла. Юлдарҙы, тротуарҙар, ҡоймалар, кәртәләрҙе, парапеттарҙы, бина фасадтарын ремонтлау эштәре ойоштороласаҡ. Санитар йомалар үткәреү, урамдарҙы, кварталдар араһындағы территорияларҙы, гараж кооперативтары, баҡсасылыҡ ширҡәттәре биләмәһен таҙартыу ҡаралған. Йырындарҙы, йылға һәм күл буйҙарын, шулай уҡ Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим һәм Шөгөр йылғаларының яр буйы зонаһын таҙартыу күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика