06:58 (UTC+5), 06 Апреля 2012

Ужым сәсеүлектәре һәйбәт ҡышлаған

Ғәлиә Нәбиева
Ужым культураларының торошо яҡшы, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының агрономия хеҙмәтендә. Күҙалланғанса, һәләк булған страховка культуралары 18 проценттан артмаясаҡ. Был хәүефле игенселек зонаһында була торған норманан да кәмерәк.
— Әле баҫыуҙар ҡарҙан әрселеп бөттө тиерлек, — тине аграр ведомство белгестәре. – Ужым сәсеүлектәре әле көсһөҙөрәк күренә, әммә бер-ике ҡояшлы йылы көн эсендә улар күтәрелеп китәсәк.
Синоптиктар мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә алдағы ялда йылы ҡояшлы көндәр башланасаҡ. Киләһе аҙнала ауыл эшсәндәре һауа температураһының плюс 12 градусҡа тиклем йылыныуын көтә.
Әгәр фараздар аҡланһа, апрель уртаһында уҡ игенселәр ужым культураларын минераль ашламалар менән туйындырыуға төшә аласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: ағымдағы йылда уңыш алыу маҡсатында 476,6 мең гектарҙа ужым культуралары сәселгән. Уларҙың төп өлөшөн ужым арышы тәшкил итә – 347,9 мең га (73 процент). Бойҙай ужым баҫыуҙарының 22 процентын биләй - 104,4 мең гектар. Тритикалеға 20 мең гектар бүленгән.
Ужым культураларын ҡайтанан сәсергә тура килһә, 170 мең гектар майҙанға етерлек страховка фонды орлоғо бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика