09:27 (UTC+5), 06 Апреля 2012

Урманда хоҡуҡ боҙоу осраҡтары тураһында федераль номерға бушлай хәбәр итергә мөмкин

Галина Бахшиева
Башҡортостан урмандарында янғын хәүефе миҙгеле башланмаһа ла, БР Урман хужалығы министрлығының диспетчер идараһы пункты тәүлек әйләнәһенә эшләй. Пункт Башҡортостандың Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәгенең структур бүлексәһе иҫәпләнә, уның төп бурысы — янғын хәүефһеҙлегенә мониторинг алып барыу.
Хәҙер һәр кеше урман янғындары тураһында мәғлүмәт биреүҙән тыш, урманда күҙәтелгән хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында ла хәбәр итә ала. Урман һағының тура линияһы телефоны: 8(347) 262-40-39. Шулай уҡ яңыраҡ булдырылған федераль номерҙан файҙаланырға мөмкин: 8-800-100-94-00 (шылтыратыу бушлай).
— Диспетчерҙар бурысына, телефон аша мәғлүмәт йыйыуҙан тыш, йыһандан мониторинг үткәреү һәм көмбәҙле камералар ярҙамында урман фондын күҙәтеү ҙә инә,— тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин. — Былар барыһы ла республика территорияһында урман янғындары сығыу ихтималлығын күҙалларға мөмкинлек бирәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика