11:22 (UTC+5), 05 Апреля 2012

Йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһендә 1200 буш эш урыны тәҡдим ителде

Галина Бахшиева
Бөгөн йәштәр өсөн тәүге вакансиялар йәрминкәһендә Өфөнөң эш биреүселәре 1200-гә яҡын буш эш урыны тәҡдим итте. Сарала 35 эш биреүсе ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән.
— Беҙҙең сарала банктар, кадрҙар агентлыҡтары, шулай уҡ сәнәғәт, элемтә, сауҙа өлкәләре предприятиелары, спорт клубтары, балалар сәләмәтләндереү лагерҙары әүҙем ҡатнашты. Бынан тыш, йәрминкәгә килеүселәргә үҙ вакансияларын республика һәм ҡала йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәктәре тәҡдим итте, - тине Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.
Йәштәр өсөн беренсе вакансиялар йәрминкәһендә 800 кеше ҡатнашты, тип хәбәр итте Ирина Турчина. Уларҙың яртыһынан күбеһе эш тәҡдим итеүселәр менән әңгәмәләшеүҙә ҡатнашты. 150-нән ашыу кеше эшкә саҡырыу алды. Йәнә 200 кешене эш биреүселәр Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең мәғлүмәт базаһынан һайлап алды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2012 йылдың апреленән башлап йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе Өфөлә даими рәүештә - айҙың һәр беренсе кесе йома көнөндә үткәреләсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика