11:11 (UTC+5), 05 Апреля 2012

2011 йылда «Өфө» аэропортының саф табышы 2,8 тапҡырға артҡан

Любовь Колоколова
«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә 2011 йыл йомғаҡтары буйынса финанс күрһәткестәренең ярайһы ныҡ күтәрелеүе күҙәтелә. Мәҫәлән, Өфө аэропортының саф табышы былтыр бухгалтерлыҡ иҫәп-хисабының Рәсәй стандарттары буйынса 2010 йыл менән сағыштырғанда 2,8 тапҡырға — 146,78 млн һумға тиклем, һатыуҙан алынған табыш 15 процентҡа — 157,03 млн һумға тиклем артҡан. «Өфө» аэропортының төшөмө уҙған йылдағы күрһәткестәрҙән 12,4 процентҡа күберәк булып, 2,26 млрд һумға еткән, тип хәбәр итә компания.
Кредиторға түләйһе бурыс 2011 йыл башынан 14,9 процентҡа кәмеп, 384,12 млн һумды тәшкил иткән. Дебитор бурысы 43,1 процентҡа — 64,74 млн һумға тиклем кәмегән. «Өфө» аэропортының уставта ҡаралған капиталы 181,09 млн һумға тиң.
«Өфө» аэропортының маршрут-транспорт селтәрен перспективалы үҫтереү хеҙмәте начальнигы Денис Никитиндың билдәләүенсә, предприятие эшмәкәрлегенең иҡтисади күрһәткестәре үҫешенә осоштар географияһының киңәйеүе һәм авиаташыуҙар баҙарындағы яңы «уйынсылар» менән хеҙмәттәшлек булдырыу ҙа ныҡ йоғонто яһаған. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2011 йылда Башҡортостан аэропорты 1688570 пассажирҙы ҡабул иткән, 2010 йыл менән сағыштырғанда был 11,6 процентҡа күберәк. Халыҡ-ара йүнәлештәрҙә 431764 пассажир хеҙмәтләндерелгән — 2010 йыл кимәленә ҡарата был 6,4 процентҡа күберәк. Әлеге ваҡытта 40-ҡа яҡын йүнәлештә осоштар башҡарыла, шулай уҡ яңы маршруттар асыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика