07:00 (UTC+5), 04 Апреля 2012

Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнө «йәшел иҡтисад» девизы аҫтында үтәсәк

Ғәлиә Нәбиева
Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы 2012 йылда Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнө темаһын иғлан итте, ул «Хеҙмәтте һаҡлауҙың «йәшел иҡтисад»та алға китеше» девизы аҫтында үтәсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан. Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнө 28 апрелдә билдәләнә.
«Йәшел иҡтисад» - бөгөнгө йәмғиәтте үҫтереүҙең бер йүнәлеше. Был халыҡтың йәшәйешен яҡшыртҡан һәм шул уҡ ваҡытта тирә-яҡ мөхит өсөн хәүефте кәметкән иҡтисад.
— «Йәшел иҡтисад» тотороҡлораҡ иҡтисад һәм киләсәк быуындар өсөн тирә-яҡ мөхитте һаҡларға теләгән йәмғиәт символына әүерелде, - тип иҫәпләй Башҡортостандағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Андрей Цибизов. - Әммә ҡайһы бер эш урындарында ҡулланылған технологиялар тирә-яҡ мөхитте һаҡлап та, эшселәр өсөн хәүефле булыуы мөмкин.
«Йәшел иҡтисад»ты үҫтергәндә хеҙмәтте һаҡлау мәсьәләләрен эшселәр өсөн хәүефле булмаған эш урындарын булдырыу процесына йәлеп итеү мөһим. Эшселәрҙең һаулығын һәм именлеген һаҡлауҙы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау менән берләштерергә кәрәк.
Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы билдәләүенсә, 2,3 миллион самаһы кеше йыл һайын эш урындарында бәхетһеҙлек осраҡтары йәки эш менән бәйле ауырыуҙар һөҙөмтәһендә һәләк була. Башҡортостанда, 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса, производсвола имгәнеп, һәләк булған хеҙмәткәрҙәр һанының – 10 процентҡа, йәрәхәт алыусыларҙың һаны 13 процентҡа артыуы теркәлгән. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, производстволағы бәхетһеҙлек осраҡтары һөҙөмтәһендә 213 кеше – ауыр йәрәхәт алған, 87 эшсе һәләк булған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнөн билдәләү Һәләк булған эшселәрҙе иҫкә алыу көнөнә бәйле, ул тәүге тапҡыр 1989 йылда Америка һәм Канада эшселәре менән үткәрелгән. 2003 йылдан алып Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнө Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы башланғысы менән һәләк булғандарҙы иҫкә алыу өсөн генә түгел, ә эш биреүселәр, хеҙмәткәрҙәр, йәмәғәтселек иғтибарын производствола имгәнеү һәм хәүефле хеҙмәт шарттары мәсьәләләренә йәлеп итеү, шулай уҡ был проблемаларҙы хәл итеүгә булышлыҡ итеү маҡсатында ла билдәләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика