06:34 (UTC+5), 03 Апреля 2012

4 апрелдә РФ Ауыл хужалығы министрлығы иген баҙарында тауар интервенцияларын башлай

Ғәлиә Нәбиева
2012 йылғы дәүләт тауар интервенциялары 4 апрелдә башланасаҡ, тип хәбәр иттеләр «Берләштерелгән иген компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә. Интервенциялар иген баҙарындағы хәлдәрҙе тотороҡландырыу һәм ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә.
Сауҙала ҡатнашыусыларҙы аккредитациялау ете биржа майҙанында — Мәскәүҙә, Түбәнге Новгородта, Санкт-Петербургта, Һамар, Ростов, Екатеринбург һәм Новосибирскиҙа үтә. 2 апрелгә ҡарата сауҙала ҡатнашыуға йөҙҙән ашыу ойошма аккредитация алған.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы һәм БР Ауыл хужалығы консультацияһы үҙәге менән 2009 йылдан Алыҫтан тороп ҡатнашыу үҙәге ойошторолған. Сауҙала ҡатнашыу өсөн 16 эш урыны ойошторолған. Әлеге ваҡытта консультациялар һорап 20 ауыл хужалығы ойошмаһы мөрәжәғәт итте, тип хәбәр иттеләр республиканың аграр ведомствоһының матбуғат хеҙмәтендә.
Тауар интервенциялары 2005, 2008 һәм 2009 йылдарҙағы иген уңышына ҡарата ойоштороласаҡ. Дәүләт интервенция фондында йәмғеһе 32,78 млрд һум суммалыҡ 6,92 млн тонна иген һаҡлана. Иген культураларына хаҡтарҙы РФ Ауыл хужалығы министрлығы 2012 йылдың мартында иғлан итте.
Белешмә өсөн. «Берләштерелгән иген компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — иген баҙары инфраструктураһын үҫтереү, донъя баҙарында Рәсәй игененең экспорт мөмкинлектәрен ғәмәлгә ашырыу, эске иген баҙарындағы сауҙа-һатып алыу эшмәкәрлеген әүҙемләштереү маҡсатында Рәсәй Федерацияһы Президентының 2009 йылдың 20 мартындағы 290-сы Указына ярашлы ойошторолған Рәсәй дәүләт агросәнәғәт компанияһы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика