07:43 (UTC+5), 02 Апреля 2012

Төньяҡ-көнбайыш райондарҙа экомобиль 2400-ҙән ашыу терегөмөшлө лампа йыйҙы

Галина Бахшиева
Терегөмөшлө изделиелар ҡабул итеүсе Башҡортостандағы берҙән-бер күсмә пункт – экомобиль Ағиҙелдә, Яңауылда һәм Нефтекамала 2400-ҙән ашыу терегөмөшлө лампа һәм градусник йыйған.
«Башинформ» агентлығына «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы инженер-экологы Альбина Шәмсетдинованың хәбәр итеүенсә, рейд һөҙөмтәһендә экомобиль менән Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондары халҡынан ҡабул ителгән изделиеларҙың күбеһе – люминесцент лампалар. Уларҙы халыҡ 2280 дана тапшырған. Ҡалғандары – энергия һаҡлаусы лампалар һәм градусниктар.
Альбина Шәмсетдинова әйтеүенсә, терегөмөшлө изделиелар тапшырыуҙа Нефтекама халҡы әүҙемлек күрһәткән. Улар 1500-ҙын ашыу әйбер тапшырған.
Экомобиль менән йыйылған әйберҙәрҙең барыһы ла Стәрлетамаҡҡа махсус хәүефле ҡалдыҡтарҙы утилләштереү учаскаһына ебәрелгән. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, төньяҡ-көнбайыш райондарға рейдҡа экомобиль 2012 йылда тәүге тапҡыр сыҡты. «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһынан хәбәр итеүҙәренсә, 2011 йылда экомобиль республика буйынса 30-лаған рейд яһаған һәм халыҡтан ете меңдән ашыу люминесцент һәм энергия һаҡлаусы лампалар йыйып алған.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика