05:09 (UTC+5), 30 Марта 2012

Республикалағы 11 ҡаланың халҡы бөтә дәүләт хеҙмәттәрен берҙәм үҙәктә аласаҡ

Әлфиә Шәрәфетдинова
2012 йылда Башҡортостандың 11 ҡалаһында граждандарға комплекслы муниципаль хеҙмәт күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктәр барлыҡҡа киләсәк. Ике офис асырға йыйынған Өфөнө һанамағанда, бындай үҙәктәр Стәрлетамаҡта, Күмертауҙа, Нефтекамала, Бәләбәйҙә, Белоретта, Бөрөлә, Октябрьскийҙа, Мәләүездә, Учалы һәм Салауатта булдырыласаҡ. Был турала БР Иҡтисади үҫеш министрлығына үткән ултырышта ведомство башлығы Евгений Маврин хәбәр итте.
Бындай үҙәктәр ойошторолғас, граждандар төрлө дәүләт учреждениеларының хеҙмәттәренән — ғариза биреүҙән башлап башҡарма йәки башҡа төрлө орган ҡарарының һөҙөмтәләрен алыуға тиклем — бер урында файҙаланырға мөмкинлек аласаҡ. Бының өсөн уларға тейешле ғариза менән күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә генә ҡала: «берҙәм тәҙрә» принцибын ҡулланғанда һәр төрлө хеҙмәтте бер урында күрһәтеп буласаҡ, тип аңлаттылар министрлыҡта. Был, үҙ сиратында, һәр төрлө ведомстволар эшмәкәрлегенең сифатын күтәрергә һәм эш һөҙөмтәһен көтөү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирәсәк.
Евгений Маврин урындарҙағы коллегаларына күп функциялы үҙәктәр күрһәтәсәк муниципаль хеҙмәттәр йыйылмаһын билдәләргә ҡушты һәм үҙәкте урынлаштырыу өсөн бина эҙләү һәм уны рәсмиләштереү эштәрен әүҙемләштерергә саҡырҙы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика