15:07 (UTC+5), 29 Марта 2012

Йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәләре Өфөлә ай һайын үткәреләсәк

Галина Бахшиева
Ағымдағы йылдың апреленән алып ай һайын Башҡортостан баш ҡалаһында йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәләре үткәреләсәк. Беренсе бындай йәрминкә Өфөлә 5 апрелдә үтәсәк. Сараны ҡаланың Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге ойоштора.
Бөгөн Өфөлә сәнәғәт предприятиелары өсөн йәнә бер вакансиялар йәрминкәһе үткәрелде. Унда яҡынса 600 кеше ҡатнашты. Йәрминкәлә 22 эш биреүсе 330 буш эш урыны тәҡдим итте, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына баш ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән.
— Бөгөн сәнәғәт өлкәһе белгестәренә генә түгел, менеджер, логист, машина йөрөтөүсе, рәссам, һатыусы, кассир һәм страховкалау агенттарына ла һорау ҙур булды. Йәрминкәгә килеүселәрҙән яҡынса 150 кеше эш тәҡдим итеүселәр менән һөйләшеүҙә ҡатнашты. Уларҙың яртыһы тиерлек һөҙөмтәлә эшкә саҡырылды, - тине Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика