14:56 (UTC+5), 29 Марта 2012

Республикала инфраструктура төҙөлөшө буйынса төбәк операторы схемаһы эшләнде

Рәсүл Хәмиҙуллин
Торлаҡ төҙөлөшөндәге проблемаларҙы хәл итеү һәм территорияларҙы комплекслы үҙләштереү үҫешен дәртләндереү өсөн БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты инженерлыҡ селтәрҙәре һәм коммуналь инфраструктура объекттарын төҙөү буйынса төбәк операторын булдырыу һәм уның эшмәкәрлегенең схемаһын әҙерләне.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, был дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмы бюджет һәм бюджеттан тыш финанслау сығанаҡтарын йәлеп итергә, финанс институттары өсөн инфраструктура тармағының күркәмлеген арттырырға һәм инвесторҙар өсөн һалған аҡсаһын кире ҡайтарыу механизмдарын асырға мөмкинлек бирәсәк.
Төбәк операторы схемаһын һынап ҡарау өсөн БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты «2011-2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһында торлаҡ төҙөлөшө үҫешен әүҙемләштереү» айырым маҡсатлы программаһы сиктәрендә Өфө ҡалаһы һәм районының торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү буйынса ярҙамсы программа әҙерләй. Комплекслы үҙләштереү проекттарын һәм төбәк операторын конкурс нигеҙендә һайлап алыу, бюджет һәм бюджеттан тыш финанслау сығанаҡтарын формалаштырыу уның төп сифаты буласаҡ. Киләсәктә был ярҙамсы программаны бөтә республикаға таратыу планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика