Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.02
-0.57
93.25
-0.08
67.96
+2.11
10+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Март 2012, 18:22
Республика райондары һәм ҡалаларында өс йылға иҫәпләнгән соцобъекттарҙы финанслау пландары төҙөләсәк
Башҡортостандағы һәр ҡала һәм райондың йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса комплекслы программаһы буласаҡ. Муниципалитеттарға өҫтөнлөклө тәртиптә финансланасаҡ социаль объекттарҙы алдағы ике айҙа уҡ билдәләргә кәрәк.
— Беҙгә социаль инфраструктура менән нимә эшләргә кәрәклеге аңлашылһын өсөн, майға тиклем һеҙҙән киләһе өс йылда ниндәй объекттарҙы ремонтлап һәм төҙөп бөтөргә кәрәклеге тураһында тәфсирләп яҙылған документ көтәбеҙ, — тип урындағы хакимиәт вәкилдәренә мөрәжәғәт итте республиканың иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин Өфөлә үткән ведомство ултырышында.
Автор:
Әлфиә Шәрәфетдинова
Теги:
муниципалитеттар
социаль объекттар
Читайте нас: