11:32 (UTC+5), 26 Марта 2012

«Өфө» аэропортынан бөгөн Прагаға даими рейстар асылды

Любовь Колоколова
«Өфө» халыҡ-ара аэропортында бөгөн иртән Праганан беренсе даими рейстың пассажирҙарын ҡаршы алдылар. «Чех аэролиниялары» авиакомпанияһы самолетында Башҡортостандың баш ҡалаһына солистары Эндрю Дональдс менән бөтә донъяға билдәле «Энигма» төркөмө килде. Чехияның баш ҡалаһына иһә ошо уҡ самолет менән 90-дан ашыу пассажир юлланды.
— Беҙҙең өсөн Прагаға рейс асылыуы – оҙаҡ көтөлгән ҙур ваҡиға. Ул йәйге осоштар теҙмәһенә күсеү ваҡыты менән тап килде һәм бер үк ваҡытта миҙгелдең яңылығы кеүек ҡабул ителде, - тине «Өфө» аэропортының маршрут-транспорт селтәрен перспективалы үҫтереү хеҙмәте начальнигы Денис Никитин. — «Чех аэролиниялары» авиакомпанияһы менән йылдан ашыу һөйләшеү алып барылды, һәм бына хәҙер Өфө менән Праганы даими авиарейстар бәйләйәсәк.
«Прага – Өфө – Прага» маршруты буйынса рейстар аҙнаһына ике тапҡыр – дүшәмбе һәм кесаҙна һайын — бөтә уңайлыҡтары булған Airbus-319 самолетында башҡарыласаҡ. Осош ваҡыты – 4 сәғәт 35 минут. Киләсәктә рейстар йышлығы аҙнаһына өс тапҡырға еткереләсәк.
Денис Никитин әйтеүенсә, Прагаға осорға теләүселәр ярайһы күп. Кесаҙнала буласаҡ икенсе рейсҡа 120-гә яҡын билет һатылған. Прага аэропорты – ул 100-ҙән ашыу рейсты тоташтырыусы ҡеүәтле хаб.
Өфө аэропорты вәкиле хәбәр итеүенсә, май аҙағында Өфөлә Австрия яғы виза үҙәге асырға ниәтләй, унда Европаға виза алып буласаҡ. Шулай итеп, Прагаға сәфәрҙе бойомға ашырыу тағы ла еңелләшәсәк.
«Czech Airlines» авиакомпанияһы Европалағы иң тәүге компанияларҙан һанала: ул 1923 йылдан пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнә. «Чех аэролиниялары» авиапаркында бөгөнгө көндә Airbus, Boeing һәм ATR кеүек өс типтағы 38 заманса самолет бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика