14:18 (UTC+5), 23 Марта 2012

Рәсәйҙәге берҙән-бер банк-ара кимәлдәге бюро 70 млн кредит тарихын берләштерә

Әлфиә Шәрәфетдинова
Милли кредиттар тарихы бюроһында рәсәйлеләрҙең 70 миллион самаһы кредит тарихы тупланған. Был мәғлүмәт базаһынан 600-ҙән ашыу финанс ойошмаһы файҙалана ала. Был хаҡта Өфөлә барған «Банктар. Процестар. Стандарттар. Сифат» ғилми-ғәмәли конференцияһында Рәсәй банктары ассоциацияһы президенты Гарегин Тосунян белдерҙе. Кредиттар тарихы баҙарын ул банк тармағындағы иң әүҙем үҫешкән өлкәләрҙең береһе тип атаны, ә Рәсәй банктары ассоциацияһы башланғысы менән булдырылған Милли бюро был баҙарҙа лидер һанала.
Гарегин Тосунян әйтеүенсә, бөгөнгө көндә ул айырым кредит ойошмаһы ҡарамағындағы ғына түгел, Рәсәйҙә банк-ара кимәлдәге берҙән-бер заемсылар мәғлүмәттәре базаһы булып тора. Банктарҙан тыш, Милли бюро мәғлүмәттәренән бер нисә страховка компанияһы, коллектор агентлыҡтары һәм башҡалар – йәмғеһе 600-ҙән ашыу ойошма файҙалана ала.
Ассоциация башлығы әйтеүенсә, мәғлүмәттәр базаһының «мөмкин ҡәҙәр бер флаконда» булыуы һәм уның менән мөмкин тиклем күберәк баҙар уйынсыларының файҙалана алыуы – уның төп ҡиммәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика