11:35 (UTC+5), 23 Марта 2012

Өфөнән Урал аръяғы райондарына почта ташыу ваҡыты ҡыҫҡара

Любовь Колоколова
Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығының етәкселеге Урал аръяғы райондарына почта ташыу өсөн тимер юл транспортын автомобиль транспортына алмаштырырға ҡарар итте. Был бик рациональ ҡарар, сөнки логистиканы камиллаштырыу Урал аръяғы райондарына корреспонденция һәм почта йөгөн ташыу ваҡытын ҡыҫҡартыуҙан тыш, «Рәсәй Почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалының сығымдарын кәметергә мөмкинлек биргән.
50 йылдан ашыу Белорет, Сибай, Баймаҡ ҡалаларына, шулай уҡ Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән һәм Учалы райондарына почта ташыу тимер юл аша «Өфө – Сибай» поезының почта вагоны ярҙамында тормошҡа ашырылған. Почта менән алмашыу поезд расписаниеһына бәйле булған. Өфөнән Урал аръяғы райондарына почта ташыуҙың яңы ысулы иһә кореспонденция һәм матбуғат баҫмаларын алып барып еткереү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә, тип билдәләйҙәр Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығында.
Проект әле ғәмәлгә ашырыу өҫтөндә. Почта элемтәһе идаралығы өҫтәмә маршруттар һалырға, почта бәйләнешен һөҙөмтәлерәк итеү маҡсатында логистиканы уңайлыраҡ итергә ниәтләй. Әммә күрелгән сараларҙың халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек биреүе бөгөндән билдәле. «Рәсәй почтаһы» өсөн тап ошо төп маҡсат булып тора ла инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика