09:15 (UTC+5), 22 Марта 2012

Өфөлә VIII «Банктар. Процестар. Стандарттар. Сифат» фәнни-ғәмәли конференцияһы үтә

Әлфиә Шәрәфетдинова
Бөгөн Өфөлә банк хеҙмәткәрҙәренең профессиональ форумы асылды. 22 һәм 23 мартта Башҡортостан VIII «Банктар. Процестар. Стандарттар. Сифат» фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә. Бөтә Рәсәй кимәлендәге сара йола буйынса республиканың Милли банкы нигеҙендә үткәрелә.
— Рәсәйҙә банктар эшмәкәрлеге сифатын күтәреү процесына булышлыҡ итеү, был учреждениелар эшмәкәрлеген ойоштороу өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу, банктар эшмәкәрлеге сифаты стандарттарын әҙерләү һәм тикшереү конференцияның төп маҡсаттары булып тора, - тине Башҡортостандың Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов.
Әлеге конференция эшендә Рәсәйҙән, шулай уҡ Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстандан 200 кеше ҡатнаша. Улар араһында, банктар берләшмәһе вәкилдәренән тыш, дәүләт власы органдары чиновниктары, контроль һәм күҙәтеү ведомстволары, фәнни һәм консалтинг компаниялары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лә бар.
Бөгөн һәм иртәгә улар тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерәсәк. Форум программаһында пленар ултырыш һәм өс тематик секция буйынса эшләү ҡаралған.
Конференция үткәрелә башланғандан алып унда ҡатнашыусылар 17 стандарт әҙерләп, уларҙы кредит ойошмалары эшмәкәрлегенә индергән. Үҙ һөҙөмтәлелеген улар иҫбатлап өлгөргән дә инде. Әлеге форум барышында бәләкәй һәм урта бизнесты кредитлау буйынса йәнә бер яңы стандарт ҡараласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика