06:04 (UTC+5), 21 Марта 2012

Бурыстар тураһында хәҙер суд приставтары хеҙмәтенең сайты аша мәғлүмәт алырға мөмкин

Любовь Колоколова
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында «Бурыстарың тураһында бел» акцияһының беренсе, танышыу этабы тамамланды. Ул граждандарға бурыстары булыуы-булмауы тураһында мәғлүмәт биреү маҡсатында үткәрелде.
Акция дауамында ҡыҙыҡһынған граждандарға һәм журналистарға Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре Идаралыҡтың интернет-сайтындағы яңы «Башҡарма производство мәғлүмәттәре базаһы» бүлегенең мөмкинлектәрен күрһәтте. Бында теләге булған һәр кем, исем-шәрифен, тыуған йылын индереп, башҡарма поизводстволар сигендә булған бурыстары тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңылыҡты эшҡыуарҙар ҙа баһалаған. «Мин транспорт һалымы буйынса бурысым барлығын белдем һәм шунда уҡ түләнем. Банкка йүгерергә, сиратта торорға һәм мәғлүмәтте телефон аша белешергә кәрәкмәй. Уңайлы, ваҡыт сарыф ителмәй», — тигән фекерен белдерҙе бәләкәй эшҡыуарлыҡ компанияларының береһенең етәксеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика