Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Март 2012, 17:40

Башҡортостанда китапхана хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡи мәҙәниәтте күтәреү буйынса бәйгелә көс һынашасаҡ

Быйыл яҙ китапхана хеҙмәткәрҙәре йәнә II «КонсультантПлюс – мәғлүмәти навигатор» республика конкурсында көс һынашасаҡ. Бәйгене Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән берлектә «Респект» хоҡуҡ компанияһы ойоштора.
Республика китапханаларында мәғлүмәт хеҙмәттәре комплексын киңәйтеү, белгестәрҙең хоҡуҡи мәҙәниәтен һәм һөнәрҙең абруйын күтәреү конкурстың төп маҡсаттары булып тора.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, конкурс ике этапта – 12 марттан 27 майға тиклем үткәреләсәк. Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы профессиональ байрам – Рәсәй китапханалар көнөнә ҡарата, 27 майҙа үткәреләсәк.
Бәйгелә ҡатнашырға теләүселәр заявкаларҙы Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 48/1 адресы буйынса ойоштороу комитетына тапшыра ала. Телефон: 291-20-70 (эске — 349, 348).
Тулыраҡ мәғлүмәт Милли китапхана сайтында урынлаштырылған.
Автор: Любовь Колоколова
Читайте нас