14:39 (UTC+5), 17 Марта 2012

Суд приставтары бурыстарығыҙ булыу-булмауын алдан белешергә кәңәш итә

Любовь Колоколова
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы сайтында быйыл башҡарма производстволар банкы эшләй башланы. Уның ярҙамында өйҙән сыҡмайынса – интернет аша бурыстарығыҙ тураһында белергә мөмкин.
Идаралыҡта үткән брифингыла, «Бурыстарың тураһында бел» акцияһы сиктәрендә, Башҡортостандың баш суд приставы урынбаҫары Ришат Зәйҙуллин был сервистың нисек эшләүе тураһында һөйләне.
— Отпускылар миҙгеле яҡынлаша, сик контролен үткәндә күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн һәр граждан, Идаралыҡтың сайтына инеп, теге йәки был башҡарма производство буйынса бурысы булыуы-булмауы тураһында белешергә хоҡуҡлы, — тигән кәңәш бирә Ришат Зәйҙуллин.
Үҙеңдең «досьеңды» табыу өсөн Идаралыҡ сайтындағы «Башҡарма производство мәғлүмәттәре базаһы» һылтанмаһы аша үтеп, асылған биттә исем-шәрифеңде йыйырға кәрәк. Һорауҙы аныҡлау өсөн тыуған көнөгөҙҙө лә индерергә мөмкин. Ә юридик шәхестәрҙең бурысы тураһында мәғлүмәт алыу өсөн ойошманың тулы исемен һәм адресын йыйырға кәрәк, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
— Сервис тағы ла шуныһы менән уңайлы: сайттан бурысты ҡаплау өсөн әҙер квитанция сығарып алырға йәки шунда уҡ түләр өсөн Qiwi түләү системаһының сайтына күсергә мөмкин, — тип аңлата Ришат Зәйҙуллин. Бынан тыш, уның әйтеүенсә, ниндәйҙер һорауҙары тыуған осраҡта граждан суд приставына шылтырата ала, уның телефоны шунда уҡ — бурыс тураһындағы мәғлүмәт менән бергә күрһәтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика