09:10 (UTC+5), 17 Марта 2012

Эрнст Исаев Саҡмағош районы хужалыҡтарының сәсеүгә әҙерлеген тикшерҙе

Ғәлиә Нәбиева
Саҡмағош районы хеҙмәтсәндәре бөгөн, 17 мартта, агросәнәғәт йылына йомғаҡ яһай һәм алдағы сәсеү кампанияһына әҙерлекте тикшерә. Аграрийҙарға БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев та үҙ баһаһын ҡуйҙы.
Саҡмағош районы хеҙмәтсәндәре өсөн 2011 йыл уңышлы булған. Сәсеү майҙандарын 82,6 мең гектарға тиклем арттырғандар. Район минераль ашламалар индереү буйынса республикала беренсе урында килә. Сәсеүлектең бер гектарына тәьҫирле матдәлә 44,4 кг ашлама индерелгән. Бар эштәрҙең дә оптималь агротехник срогын күҙәтеү мул иген уңышы алырға мөмкинлек биргән. Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда 141 мең тонна ашлыҡ һуғып алынған. Был республикалағы икенсе һөҙөмтә. Уртаса уңыш гектарынан 32,3 центнер тәшкил иткән. Район был күрһәткес буйынса төбәктә тағы алдынғы урында.
Ауыл эшсәндәренең Башҡортостандың аграр ведомствоһы башлығы менән осрашыуында быйыл көтөлгән уңыш та тикшерелде. Атап әйткәндә, 18 мең самаһы гектарҙа ужым культуралары сәселгән. Шытымдар торошо ҡәнәғәтләндерерлек. Әле аграрийҙар алдында мал ҡышлатыуҙы уңышлы тамамлау һәм яҙғы баҫыу эштәрен тулы әҙерлектә ҡаршылау бурысы тора.
Хужалыҡтарҙың сәсеүгә әҙерлеген аграр ведомство башлығы Саҡмағош районының «Байбулат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә һәм «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативына барып баһалаясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика