Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.37
+0.49
91.77
+0.65
68.99
-0.22
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Март 2012, 15:46
Төбәктә 2020 йылға тиклем урман хужалығын үҫтереү буйынса маҡсатлы программа булдырыласаҡ
Алдағы ваҡытта Башҡортостанда «2012-2020 йылдарға Башҡортостан Республикаһында урман хужалығын үҫтереү» республика маҡсатлы программаһы раҫланасаҡ. Уға федераль һәм шулай уҡ республика бюджеттарынан средстволар йүнәлтеләсәк. Аныҡ сумма әлегә билдәле түгел, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан.
Төбәктең урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин фекеренсә, программаны уңышлы тормошҡа ашырғанда, Башҡортостан был тармаҡта үҫешеүҙе дауам итеп, тышҡы һәм эске баҙарҙарҙа урман комплексының конкурентлыҡҡа һәләтен арттырып ҡына ҡалмаясаҡ, ә тәбиғәт ресурстарын рациональ ҡулланыу принциптарын да һаҡлап ҡаласаҡ.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
урман хужалығы
программалар
Читайте нас: