Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
-0.02
91.12
-0.38
70.69
+2.05
16+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Март 2012, 11:31

Рөстәм Хәмитов Нидерланд Короллегенең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Рональд Келлер менән осрашты

14 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Нидерланд Короллегенең Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Рональд Келлер һәм Нидерландтың Рәсәйҙәге Илселегенең ауыл хужалығы мәсьәләләре буйынса советнигы Сюзанна ван Тилбург менән осрашыу үткәрҙе.
Осрашыуҙа Башҡортостан менән Голландия араһында тышҡы сауҙа әйләнешен үҫтереү, республика иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләләре һәм Нидерланд бизнес-берләшмәһе менән хеҙмәттәшлек итеү варианттары тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
— Башҡортостан Республикаһының Нидерланд бизнесы менән килешеп эш итеүе буйынса ҙур мөмкинлектәр булыуын аңлайбыҙ. Беҙҙә бик матур тәбиғәт, ял итеү өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар. Беҙҙең арала дуҫтарса мөнәсәбәттәр булыуын теләйем, - тине Рөстәм Хәмитов.
Ул инвесторҙар йәлеп итеүҙең ҙур һәм ҡатмарлы эш булыуын билдәләне.
— Иң мөһиме, бөгөн беҙ асыҡлыҡ һәм ғәҙеллек мөхитен булдырабыҙ. Һәм беҙҙең Хөкүмәт асыҡ, ғәҙел, граждандар мәнфәғәтен ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән булараҡ эш итә. Беҙ лозунг та билдәләнек – «Халыҡ өсөн эшләү, халыҡ менән эшләү». Һәм уны республика граждандары дәррәү күтәреп алды, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.
«Башҡортостан Республикаһы менән Нидерланд бизнесы араһындағы тауар әйләнеше мөһим, әммә ул бер яҡлы ғына: нигеҙҙә беҙ Голландияны нефть продукттары һәм нефть эшкәртеү продукттары менән тәьмин итәбеҙ, ә техник һәм инновацион изделиеларҙы бик әҙләп һатып алабыҙ. Иҫләүемсә, былтыр Голландияла ни бары 15 миллион долларға продукция һатып алынды. Был бик әҙ», — тине Рөстәм Хәмитов.
Шул уҡ ваҡытта республика башлығы мотлаҡ үҫтереүҙе талап иткән йүнәлештәр булыуын билдәләне – был, тәү сиратта, ауыл хужалығы.
— Беҙҙең Нефтекама ҡалаһындағы завод Голландия компанияһы менән берлектә автобустар сығара. Беҙ DAF компанияһы менән республикала йөк автомобилдәрен етештереү мөмкинлектәре тураһында һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Һәм ошо йүнәлештә һеҙҙең ярҙам итеүегеҙҙе теләр инек, һуңғы ваҡытта был һөйләшеүҙәр бер аҙ туҡтатылды. Был предприятие Башҡортостанда урынлашһын өсөн иң яҡшы, иң уңайлы шарттар булдырыр инек, - тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Ул шулай уҡ республиканың ауыл хужалығы техникаһын етештереү күләмдәрен үҫтерергә теләүе хаҡында ла хәбәр итте.
— Бындай хеҙмәттәшлекте үҫтерергә теләр инек. Беҙ ит, һөт, картуф етештерергә әҙер. Һеҙҙең белемегеҙ һәм технологияғыҙ кәрәк. Шуға күрә хеҙмәттәшлек итеү варианттары күп. Илселектә, йә булмаһа берәй махсус күргәҙмәлә беҙҙең республиканың презентацияһын үткәреү мөмкинлектәрен ҡарарға тәҡдим итер инек. Һәр инвестор өсөн ғәҙел, асыҡ эш итеүҙе гарантиялай алам. Быға шәхсән үҙем контроллек итергә әҙермен, - тип белдерҙе Башҡортостан Президенты.
— Осрашыу асыҡ һәм йылы үтте. Президенттың һәм уның командаһының шундай дәрт, ҡеүәт менән эшләүе һоҡландырҙы. Улар Башҡортостанды Рәсәй төбәге булараҡ ҡына түгел, ә донъя иҡтисадының бер өлөшө булараҡ та үҫтереүгә бар көсөн һала. Нидерландтар был процестың бер өлөшө булырға теләй. Бер нисә компания Башҡортостанда күптән бар инде. Әммә беҙҙең визиттан һуң, әйткәндәй, делегациябыҙ 70-тән ашыу компания исеменән сығыш яһай, мөнәсәбәттәрҙе әүҙемерәк үҫтерербеҙ, тип уйлайым, - тип билдәләне Рональд Келлер журналистар менән аралашыу барышында.
Автор:Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: