13:42 (UTC+5), 15 Марта 2012

«Өфө» аэропортынан Вьетнамға, Һиндостанға һәм Таиландҡа юлланыусы пассажирҙар артҡан

Быйыл февраль айындағы төп производство күрһәткестәре уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда уртаса алғанда 10 процентҡа артҡан, дөйөм осош массаһы 4,5 процентҡа артып, 47412 тоннаны тәшкил иткән. Пассажирҙар ағымы ла 25 процентҡа күбәйгән. Быйыл февралдә йәмғеһе 118976 кеше хеҙмәтләндерелгән, 2011 йылға ҡарағанда был 24 меңгә күберәк. Был турала «Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән хәбәр иттеләр.
Өфөнән өр-яңы чартер йүнәлештәре асылыуы арҡаһында халыҡ-ара авиарейстарҙа киҫкен күтәрелеш (80 проценттан юғарыраҡ) күҙәтелгән. Камрань ҡалаһына (Вьетнам) рейстарҙы — «Ырымбур авиалиниялары» авиакомпанияһы, Пхукет менән Утапаоға (Таиланд) «Северный ветер» һәм «Трансаэро» авиакомпаниялары башҡара. Һиндостанға ла чартер рейстары күбәйгән.
Регуляр рейстарҙа ла осоштар йышлығы арттырылған. Мәҫәлән, «Төркиә авиалиниялары» Истанбулға бер рейс өҫтәгән, хәҙер уларҙың иҫәбе аҙнаһына дүртәүгә еткән. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә тура авиабәйләнеш — регулярҙары ла, чартер рейстары ла республика халҡының ҙур һорауы менән файҙалана, улар ҙа аҙнаһына дүрт тапҡыр башҡарыла. Был илгә рейстарҙы «Флайдубай», «Урал авиалиниялары», «Трансаэро» һәм «Ырымбур авиалиниялары» авиакомпаниялары башҡара.
«Өфө» аэропортында әйтеүҙәренсә, традицион Мәскәү йүнәлештәре буйынса, Ханты-Манси автономиялы округы һәм БДБ ҡалаларына осоштар географияһы үҙгәрешһеҙ ҡалған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика