06:41 (UTC+5), 15 Марта 2012

Башҡортостанда күп ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтерергә кәрәк

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостанда күп ҡатлы торлаҡҡа ҡарағанда индивидуаль йорттар күберәк төҙөлә. Был торлаҡ менән халыҡты тулыһынса тәьмин итеүгә ҡамасаулай. Бөгөн республикала был проблеманы хәл итеү буйынса әллә күпме программа эшләп килә.
БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе ярҙамсыһы Рөстәм Туҡаевтың әйтеүенсә, әлеге ваҡытта перспективалы төҙөлөш райондарын инженерлыҡ инфраструктураһы менән тәьмин итеүҙе көйләү буйынса эштәр алып барыла. Өфө тирәләй аҙ ҡатлы юлдаш ҡалалар төҙөү проекттары ҡарала. Иглин һәм Урыҫ Юрмашы районында торлаҡ йорттар күтәреү күҙаллана.
— Уртаса алғанда йыл һайын республика буйынса бер кешегә иҫәптә 0,58 квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыла, — тине Рөстәм Туҡаев. – Беҙҙең алда был күрһәткесте киләһе йылдарҙа бер квадрат метрға еткереү бурысы ҡуйылған. Йәғни файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләмен ике тапҡырға арттырырға кәрәк. Быға дәүләт-шәхси партнерлыҡты файҙаланып өлгәшергә мөмкин. Мәҫәлән, дәүләт ергә аҡса һаласаҡ, ә шәхси инвесторҙар – төҙөлөшкә һәм инфраструктураһына. Эконом класындағы торлаҡ төҙөлөшөнөң әүҙем булыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Дәүләт ярҙамынан тыш граждандарҙың торлаҡ мәсьәләһен кардиналь хәл итеп булмауын барыбыҙ ҙа аңларға тейеш.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика