07:09 (UTC+5), 14 Март 2012

Фидус Ямалетдинов: «Башҡортостанда эш хаҡы артасаҡ»

Любовь Колоколова
Хеҙмәт хаҡын арттырыу буйынса республикала системалы эш алып барыла. Башҡортостан Президенты тарафынан республика Хөкүмәте алдында ҡуйылған өс бурыс араһында – эш, хеҙмәт хаҡы, торлаҡ — был иң өҫтөнлөклөһө, сөнки эш хаҡы граждандар табышының төп сығанағы булып тора. 2012 йылға ла эш хаҡын күтәреү буйынса пландар бар. Был турала «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында барған онлайн-конференцияла Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов хәбәр итте. Әйткәндәй, был һорау беренсе булып яңғыраны.
Вице-премьер әйтеүенсә, 2011 йылда республикала эш хаҡын арттырыу өсөн бер нисә сара күрелгән. Уның минималь кимәле уҙған йылдың 1 ғинуарынан 5,5 мең һумға тиклем күтәрелгән. Ошоға өҫтәп, бюджет өлкәһендә ике тапҡыр эш хаҡы артҡан – 6,5-шәр процентҡа. Бынан тыш, иҡтисадтың реаль секторында тариф ставкаһы ла юғары темптарҙа артҡан. Һөҙөмтәлә ул 15 процентҡа күтәрелгән.
— Һөҙөмтәлә 2011 йыл аҙағында Башҡортостанда эш хаҡы үҫеше динамикаһы күҙәтелгән, — тип билдәләне Фидус Ямалетдинов. – Шулай итеп, ысынлап та үҫеш бар, әммә хеҙмәт хаҡы кимәле буйынса башҡа төбәктәрҙән артта ҡалабыҙ әле.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса уртаса эш хаҡының күләме яҡынса 13 процентҡа артҡан һәм 18 мең һумдан ашыу сумманы тәшкил иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика