05:13 (UTC+5), 14 Марта 2012

Дүртөйлө районында яңы социаль торлаҡ төҙөләсәк

Рәсүл Хәмиҙуллин
Дүртөйлө районы хакимиәтендә Башҡортостанда социаль торлаҡ төҙөлөшөн әүҙемләштереү буйынса кәңәшмә үтте. Унда республика ведомстволары етәкселәре, республика райондарынан вәкилдәр ҡатнашты.
Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, һуңғы йылдарҙа төбәктә арзан торлаҡ төҙөү күләме халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек кимәлгә етмәй. Башҡортостан Хөкүмәте ҡуйған бурыстар иҫәбендә — социаль торлаҡ төҙөлөшөн арттырыу, төҙөлөш сифаты һәм тиҙлеге. Ҡатнашыусылар фекеренсә, былтыр ойоштороу һәм әҙерлек эштәре башҡарылған. Быйыл иһә һәр муниципалитетта мохтаждар өсөн торлаҡ йорттар төҙөлөргә тейеш. Тәү сиратта был ветерандар, күп балалы ғаиләләр, етемдәр һәм йәштәргә ҡағыла. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан аҡса бүленә.
Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дүртөйлөлә 612 ғаилә торлаҡ биналары һатып алыуҙа ярҙам итеүгә мохтаждар булараҡ иҫәптә тора. Был 1800-ҙән ашыу кеше. Социаль йүнәлештәге һуңғы йорт 20 йыл элек тиерлек — 1995 йылда төҙөлгән.
Бөгөн ҡалала торлаҡ шартарын яҡшыртыуға мохтаж һәм дәүләт ярҙамына хоҡуғы булған граждандар өсөн өс ҡатлы торлаҡ йорт төҙөлә. Төҙөүсеһе - «БР Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы. Заказсы ролендә — БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды, подрядсыһы булып «Стройгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһай. Объектты быйыл көҙ үк төҙөп бөтөүҙәре ихтимал.
Ошоноң менән ҡалала социаль торлаҡ төҙөлөшө туҡтап ҡалмаясаҡ. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар өсөн тағы яңы биш ҡатлы йорт төҙөү планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика