05:44 (UTC+5), 13 Марта 2012

Йыл башынан алып һунарсылыҡ өлкәһен тикшереү буйынса 900-ҙән ашыу рейд үткәрелгән

Галина Бахшиева
Йыл башынан алып БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Йәнлектәр донъяһы һәм уларҙың йәшәү мөхите объекттарын һаҡлау, конролдә тотоу һәм файҙаланыуҙы көйләү буйынса идаралыҡ инспекторҙары 900-ҙән ашыу рейд ойошторған. Рейдтарҙың төп маҡсаты – кешеләр тарафынан һунарсылыҡ өлкәһендәге ҡануниәт талаптарын үтәүгә ирешеү. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә республикала һунарсылыҡ өлкәһен күҙәтеүгә бәйле 100-ҙән ашыу хоҡуҡ боҙоу осрағы, шул иҫәптән Эске эштәр министрлығында теркәлмәгән ҡоралдарҙы законһыҙ рәүештә һаҡлауҙары асыҡланған. Әлеге ваҡытта браконьерҙарҙан ошондай туғыҙ берәмек ҡорал тартып алынған.
Һунарсылыҡ өлкәһенә ҡағылышлы хоҡуҡ боҙоуҙарҙың күбеһе, йәғни инспекторҙар менән тултырылған 80-дән ашыу протокол мировой судьяларға тикшереүгә ебәрелгән. 27 материал - хоҡуҡ һаҡлау органдарына, тағы һигеҙ протокол һунарсылыҡ өлкәһен күҙәтеү бүлегенә тапшырылған, тип хәбәр итте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.
Хоҡуҡ боҙоусыларға һалынған штраф суммаһы был арала 60 мең һумға еткән. 59 меңе түләтелгән. Бынан тыш, 111 меңдән ашыу суммаға дәғүә белдерелгән. 160 мең һумдан ашыу аҡса түләтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика