05:33 (UTC+5), 13 Марта 2012

Республикала ветеринария мәсьәләләре буйынса Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтәсәк

Ғәлиә Нәбиева
Өфөлә ветеринария мәсьәләләренә арналған Рәсәй кимәлендәге фәни-ғәмәли конференция эшен башлаясаҡ. Ул бөгөн Башҡортостанда асыласаҡ 22-се «АгроКомплекс-2012» халыҡ-ара күргәҙмәһе сиктәрендә планлаштырыла.
Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында ветеринария хеҙмәттәре белгестәре «Ауыл хужалығы производствоһында ветеринария медицинаһының заманса ҡаҙаныштары»на баһа бирәсәк. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шул иҫәптән Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан 120-нән ашыу вәкил конференцияла ҡатнашырға теләк белдергән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ветеринария идаралығынан.
Ғалимдар һәм практиктар – республиканың район ветеринария станциялары һәм эре сусҡасылыҡ комплекстары баш табиптары йәнә бер көнүҙәк проблеманы тикшерергә планлаштыра. «Африка тағуны: фаразлауҙар һәм унан сығыу юлдары» - был икенсе конференция темаһы, ул шулай уҡ Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында Өфө ҡалаһы, Зорге урамы, 19 адресы буйынса үтәсәк. Конференция 14 сәғәттә башланасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика