11:59 (UTC+5), 12 Март 2012

Рөстәм Хәмитов FORTUNE журналына интервью бирҙе

«Башинформ»
12 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бөтә донъяға билдәле FORTUNE баҫмаһының журналистары Тудор Стаматиан һәм Елена Кобринская менән осрашты.
Әңгәмә барышында Башҡортостан иҡтисадына сит ил инвестицияларын йәлеп итеү мәсьәләләре, республикала тормошҡа ашырылған перспективалы инвестицион проекттар, шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ-ара абруйын формалаштырыу һәм көслө иҡтисади бренд булдырыу мөмкинлектәре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
— Рәсәйҙең Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда тәүге ике ай өсөн сәнәғәт производствоһы күләме 2011 йылдың ноябрь-декабрь айҙары өсөн сәнәғәт производствоһы күләменән күпкә артығыраҡ. Беҙ бындай һөҙөмтәләргә ирешеүсе илдәге берҙән-бер төбәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Тудор Стаматиан артабан да шулай дауам итәсәгенә ышанысын белдерҙе.
— Рәсәй – ул Мәскәү генә түгел. Рәсәй төбәктәренең мөмкинлектәренә ышанабыҙ. Һеҙҙең илдә иҡтисадҡа тос өлөш индергән бик уңышлы сит ил инвестициялары өлгөләре бар. Һәм бөгөн беҙ киләһе мөһим мәсьәлә хаҡында фекер алышырға теләр инек: һеҙҙеңсә, сит ил инвесторҙары Башҡортостан иҡтисадын үҫтереүгә ниндәй йоғонто яһай алыр ине. Сит ил инвесторҙары өсөн республиканың ни тиклем асыҡ булыуын күрергә теләр инек, - тине журналист.
Белешмә өсөн. FORTUNE журналы донъяла иң абруйлы баҫмаларҙан һанала. Уны биш миллиондан ашыу кеше уҡый. Баҫманың тиражы – 850 меңдән ашыу дана. Журнал айына ике тапҡыр инглиз телендә сыға һәм Америка Ҡушма Штаттарында, Европала, Азияла таратыла.
Бөгөнгө көндә баҫма Рәсәй Федерацияһы төбәктәре иҡтисады буйынса инвестицион белешмә әҙерләй. Был проект һуңғы 10 йыл эсендә Рәсәй иҡтисадындағы үҙгәрештәрҙе күрһәтеү, иң уңышлы компаниялар менән таныштырыу маҡсатында ойошторола.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика