Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.08
-0.88
14+ °C
Ямғыр
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Март 2012, 17:46
«Версия» уҡыусыларының һорауҙарына телефон аша Өфөнөң Ленин районы прокуроры урынбаҫары яуап бирәсәк
Шишәмбе, 13 мартта, «Версия Башкортостана» социаль-хоҡуҡи аҙналығы редакцияһында тура линияла Өфөнөң Ленин районы прокуроры урынбаҫары Татьяна Овчинникова тиҙ хоҡуҡи ярҙам күрһәтәсәк.
Хеҙмәт бушлай күрһәтелә һәм уның менән теләге булғандарҙың барыһы ла файҙалана ала, бының өсөн 15.00-17.00 сәғәттәрҙә (8-347) 272-79-16 телефонына шылтыратырға кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был - даими рубрика, граждандар менән тура бәйләнеш айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбе ойошторола.
«Ҡыҙыу линия»ға телефон аша мөрәжәғәттәр граждан эштәре, шулай уҡ енәйәт эштәре менән бәйле киң даирәләге мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Ике сәғәт дауамында бирелгән һорауҙарға яуаптар баҫманың киләһе һандарында донъя күрә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һорауығыҙҙы гәзиттең 15-се битендә урынлашҡан купонға ла яҙып ебәрергә мөмкин. Компетентлы кешенең яуабы менән ул «Һеҙҙең хоҡуҡ» тип исемләнгән икенсе даими рубрикала баҫылып сығасаҡ.
Автор:
Анжелика Ғиззәтуллина
Теги:
версия башкортостана
ҡыҙыу линия
Читайте нас: