Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.47
+0.03
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Март 2012, 10:00

Ужымдың 86 проценты ҡышҡы һыуыҡҡа бирешмәгән

Алдан яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 86 процент майҙандарҙағы ужым культураларының торошо Башҡортостанда насар түгел. Әммә сәсеү башланғансы юғалтыуҙар артыуы ихтимал, тигән хәүеф бар. Был мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев етәкселегендәге яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса штаб ултырышында әйтелде.
— Эш шунда: бихисап райондарҙа баҫыуҙар ҡарҙан әрселә башланы, — тине Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Владимир Незнанов. — Ҡабаттан һыуытыуы арҡаһында ужым культураларының зыян күреүе ихтимал, тигән ҙур хәүеф бар. Әммә бындай күҙаллауҙы иҫәпкә алғанда ла, республикала бөгөн ҡайтанан сәсеү өсөн орлоҡ етерлек.
Республиканың аграр ведомствоһы башлығы быйылғы миҙгелдең үҙенсәлектәрен атап үтте. Эрнст Исаев әйтеүенсә, быйыл үткән йыл тәжрибәһен иҫәпкә алып эшләргә кәрәк, ул ваҡытта «бик күп мәсьәләләр ентекле тикшерелде, ҡайһы берәүҙәре алдан уҡ хәл ителде».
2012 йылғы сәсеүгә сәсеүлек майҙандарының структураһы ла билдәләнде. Ауыл эшсәндәре быйыл нут, рапс, етен кеүек иҡтисади йәһәттән отошло, әммә беҙҙең төбәк өсөн яңы культураларға сәсеүлек майҙандарын арттырасаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығының матбуғат хеҙмәтенән. Шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыш баҫыуҙары былтырғынан бер аҙға кәмерәк буласаҡ.
Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә яҙғы баҫыу эштәренә ташламалы яғыулыҡ биреү мәсьәләһен дә штаб контролдә тота. РФ Ауыл хужалығы министрлығы менән РФ Энергетика министрлығы килешеүенә ярашлы, ағымдағы йылдың март-июнь айҙарында уҡ Башҡортостанға кәметелгән хаҡтар буйынса 48,66 мең тонна дизель яғыулығы һәм 2 мең тонна «Нормаль-80» автобензины бүленәсәк. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда дизель яғыулығы - 19,2 мең тоннаға, автобензин 0,58 мең тоннаға күберәк бүленә.
Хаҡтар «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 2011 йылдың 31 декабрендәге күмәртә хаҡынан 30% күләмендәге ташлама менән билдәләнгән. Йыллыҡ нефть продукттары күләме лә 10 процентҡа арттырылған. Шулай итеп, яҙғы кампанияға дизель яғыулығына ташламалы хаҡ республика бюджетынан дәүләт ярҙамын иҫәпкә алмағанда 1 литрына 17,2 һум тәшкил итәсәк.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: